‼Ноябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә
‼Ноябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – байрам көнө булып тора. — Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө аҙна уртаһына тура килә, шуға күрә байрамда ғына ял итәбеҙ. Был аҙнаһына биш һәм алты көн эшләгән хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла, — тип асыҡлыҡ индерҙе БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова. — Шишәмбе, 3 ноябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Әгәр хеҙмәткәрҙең отпускыһы 4 ноябргә тура килә икән, ял бер көнгә оҙайтыла. Байрам көнөндә эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн икеләтә эш хаҡы ҡаралған.