Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Александр Шельдяев Башҡортост...
Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Александр Шельдяев Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры вазифаһына раҫланды. Депутаттар ҡарарҙы бер тауыштан ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, уның кандидатураһын тәҡдим итеп, Хөкүмәтте ыңғай үҙгәрештәрҙең төп ҡоралы, республиканы артабан үҫтереү буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙың ойоштороу үҙәге тип атаны.