Яҡташыбыҙҙың хеҙмәте баһаланды — 17 июня 2026 г. в 04:54:18.854
Яҡташыбыҙҙың хеҙмәте баһаланды Айгөл Саҡаеваға (Мырҙағәлина) юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды. Айгөл Дәүләт ҡыҙы Мәскәүҙәге Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә 19 йыл эшләй. Әлеге ваҡытта ул милли мәҙәниәтте үҫтереү һәм йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге начальнигы булып хеҙмәт итә. Ҡушый ауылында донъяға килгән Айгөл Таһир Кусимов исемендәге гимназияла белем ала. Башҡорт дәуләт университетының сит телдәр факультетын тамамлай. 2005-2008 йылдарҙа Мәскәүҙә төҙөлөш компанияһында, шул уҡ ваҡытта Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттары ҡоролтайында эшләй. 2008 йылдан РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллектә эшләй. Уңған Әбйәлил ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

