Перейти к содержимому
Максиметер

Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе ...

Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова тыуған көнөн билдәләй. Уны ошо уңайҙан ихлас тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.   Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-филолог, журналист, тәжрибәле етәксе булып танылған Эльвира Ринат ҡыҙының барлыҡ хеҙмәт юлы республикабыҙҙың тормошо менән бәйле. Ул һәр ваҡыт төбәгебеҙ халҡының, милләтебеҙҙең мәнфәғәттәрен хәстәрләй, иң оло ҡиммәттәрҙе, телде, башҡорттарҙың милли үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү эшенә тос өлөш индерә.   Хөрмәтле, Эльвира Ринат ҡыҙы! Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тормошоғоҙҙа, ғаиләгеҙҙә, эшегеҙҙә артабан да ҙур уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр, әлегеләй һүнмәҫ дәрт-дарман теләйбеҙ! Халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарған хеҙмәтегеҙ киләсәктә лә юғары һөҙөмтә биреп, республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индерһен.   Тыуған көнөгөҙ менән Эльвира Ринат ҡыҙы!

327 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

551 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.