Байрам менән, комсомолдар!
Байрам менән, комсомолдар! 1918 йылдың 29 октябрендә эшсе һәм крәҫтиән йәштәренең I Бөтә Рәсәй съезында Рәсәй йәштәренең коммунистик союзы — РКСМ ойошторола. 1924 йылда ойошма Ленин комсомолы,ә 1926 йылдан ул Бөтә Союз коммунистик йәштәр союзы тип үҙгәртелә. Комсомолдың тыуған көнө — йәшлек дәртен, изге хыялдарҙы һәм бергә башҡарылған эштәрҙе хәтерләткән ҡәҙерле байрам. Комсомол мәктәбен үткәндәр өсөн ул бөгөн дә йәшлектең иң сағыу хәтирәләре, ныҡлы дуҫлыҡ һәм уртаҡ маҡсаттар менән бәйле.