Герой иҫтәлегенә ярыштылар — 31 августа 2026 г. в 04:14:18.036
Герой иҫтәлегенә ярыштылар Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә ат сабышы буйынса ярыштар үтте. Айғырбатҡан утарындағы «Һабантуй» аҡланында ат спортын яратыусылар, мәртәбәле ҡунаҡтар, көйәрмәндәр йыйылды. Ярышта Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Учалы, Белорет, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан, Силәбе өлкәһенән, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан спортсылар ҡатнашты. Спортсыларҙы район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, Салауат ҡалаһынан Рәсәй Геройы Ямалетдинов Васил Камил улы тәбрикләне. Шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар - Республика Башлығының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, күренекле хирург, ғалим Вил Тимербулатов, БР халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов МХО ветерандары ассоциацияһы етәксеһе урынбаҫары Миләүшә Хәсәнова ҡатнашыуы турнирҙың бәҫен күтәрҙе. Геройҙың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы һәм атаһы Айсар Әнүәр улы еңеүселәргә премия һәм рәхмәт хаттары тапшырҙылар. Батырҙың әсәһе һәм өләсәһе Сара Сабит ҡыҙы, яугир ҡатындары аш-һыу табынын ойоштороп, тәмле бишбармаҡ менән һыйланылар. Ярышты «Урал ынйылары» «Ҡара юрға» бейеүе менән асты. Әйтеп үтергә кәрәк: өлгөлө бейеү ансамблен геройҙың апайы Әлиә Фәтхетдинова етәкләй. Фәнилә Нөғәмәнова етәкләгән «Талисман» төркөмөнөң "Ода верности", "Башҡорт аты" йырҙары менән сығышы һәм "Етегән" төркөмө солисы Заһит Ғәбитов башҡарыуындағы Сәйфулла Ғайсин һүҙҙәренә Илмир Үҙәнбаев ижад иткән Тамерланға бағышланған йыр байрамға мәртәбә өҫтәне. Аттар биш арауыҡҡа ярышты. Үҙ категорияларында призлы урындарҙы Динар Фәзлетдинов, Венер Байтүрин, Ислам Мәжитов; Альберт Мөхәмәҙиев, Снежана Таймасова, Илсен Ҡоҙабаев; Даниэль Таймасов, Вадим Ғәтиәтуллин; Альберт Мөхәмәҙиев, София Йәһүҙин, Зариф Аҡмырҙин, Венер Байғужин, Ильяс Шөғүров, Максим Гаврилов яуланы. Сараны ойоштороуҙа булышлыҡ иткән район хакимиәтенә һәм Айрат Зиннәт улына, ауыл хужалығы идаралығына һәм Ирек Әҙеһәм улына, балалар спорт мәктәбенә һәм Ласын Марат улына, турнирҙы ойоштороуға күп көс һалған шәхси эшҡыуарҙар: Зөлфәр Мөхөтдиновҡа, саптар аттар хужаларына, хәрби- патриотик спорт үҙәге директоры Азамат Амангилдинға, Илгиз Хиләжевҡа, Йәлил Зәйтүновҡа, Ринат Бейешевҡа, Фуат Талиповҡа, Альбина Хөшшәмоваға, Назар Таһировҡа һәм бөтә ҡатнашыусыларға Геройҙың яҡындары оло рәхмәтен еткерә.

