5 августа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында «Йәнле һүҙ» проекты сиктәрендә Башҡ...
5 августа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында «Йәнле һүҙ» проекты сиктәрендә Башҡортостан Башлығы грантына республиканың 70 муниципаль берәмегенең балалар баҡсаларына 350 уҡыу комплектынан торған тәүге партия тапшырылды. 5-7 йәшлек балаларҙың башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу комплекттары «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы тарафынан әҙерләнгән һәм сығарылған. Уларҙы төҙөгәндә Федераль дәүләт белем биреү стандарты талаптары иҫәпкә алынған. Комплектҡа уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр өсөн дәрестәр конспекттары менән уҡыу комплектын ҡулланыу буйынса методик тәҡдимдәр индерелгән. Шулай уҡ уҡытыусылар, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре һәм ата-әсәләр өсөн методик тәҡдимдәрҙең электрон варианты әҙерләнгән, Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында урынлаштырылған: https://kurultai.ru/u/f/a/3/e/c9315-b59b-5921-9e93-5baa57562534.pdf https://kurultai.ru/u/f/0/a/5/43445-42c3-60ac-f27c-fbdd427cb35c.pdf