Район хакимиәтенең ултырыштар залында район башлығы Айрат Әминев, уның төҙөлөш һәм торл...
Район хакимиәтенең ултырыштар залында район башлығы Айрат Әминев, уның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов, райондың коммуналь-торлаҡ хеҙмәттәре етәкселәре, “Газпром газораспределение Уфа” акционерҙар йәмғиәтенең Белорет филиалы директоры Эдуард Ғүмәров, күп фатирлы йорттар идаралығы етәкселәре ҡатнашлығында көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек барышы, йылытыу хеҙмәттәре, һыу менән тәьмин итеү, вентиляция каналдарының, торбаларҙың торошо, коммуналь хеҙмәттәргә яңы тарифтар, күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн халыҡтан бурыстарын түләтеү, капиталь ремонт буйынса мәсьәләләре ҡаралды. Сарала, шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәр өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә республиканың торлаҡ-коммуналь министрлығы һәм район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.