Комбинат студенттарҙың практикаһын ойоштора
Комбинат студенттарҙың практикаһын ойоштора Белорет металлургия комбинатында йыл башынан төрлө уҡыу йорттарынан 177 студент практик әҙерлек үткән. Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты, Белорет металлургия һәм Белорет күп профилле профессиональ колледждары студенттары уҡыу-белем алыу , производство һәм диплом алды практикаһын үтте . Комбинатта практик күнекмәләрҙе металлургия, электроэнергетика һәм электротехника, металл ғилеме һәм металдарҙы термик эшкәртеү, электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү, мәғлүмәт системалары һәм программалау, шулай уҡ механик эшкәртеүҙә станоктар һәм ҡорамалдарҙы көйләүсе, металл эшкәртеү станоктарын көйләүсе-оператор, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, ҡул һәм өлөшләтә механизацияланған иретеп йәбештереүсе һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса уҡыған студенттар ала. - Комбинатта студенттар һөнәргә төшөнөп, предприятие коллективы һәм уның традициялары менән танышып, практик күнекмәләр ала. Предприятиелағы практика студенттарға тәжрибә генә түгел, перспектива ла бирә. Уларҙың уңыштарын иғтибар менән күҙәтәбеҙ һәм яҡшы яҡтан күрһәткәндәренә эш тәҡдим итергә әҙербеҙ, - тип билдәләне "БМК" акционерҙар йәмғиәтенең персонал менән эшләү идаралығы директоры вазифаһын башҡарыусы Людмила Агафонцева.