Бөгөн, Рәсәй көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының һәм ...
Бөгөн, Рәсәй көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ордендар, миҙалдар, исемдәр, почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән республикала йәшәүсе 58 кешенең профессиональ ҡаҙаныштары билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында райондаштарыбыҙҙың булыуы уғата ҡыуаныслы. Белорет металлургия комбинатының 3-сө канат цехының сым һәм трос ураусыһы Ғәлиә Зәки ҡыҙы НИЗАМОВА “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы” исеменә лайыҡ булды. Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһы менән Белорет районы һәм ҡалаһы ЗАГС бүлеге начальнигы урынбаҫары Юлия Николаевна СИТНИКОВА билдәләнде. ҠОТЛАЙБЫҘ!