Башҡортостанда Муса Гәрәев исемендәге батальон ойошторола
Башҡортостанда Муса Гәрәев исемендәге батальон ойошторола Республикала легендар осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальонын булдырыу дауам итә. Был юғары технологиялы подразделениеға 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙе саҡырыла. Ни өсөн был батальонға иғтибар итергә кәрәк? Беренсенән. Контракт бер йылға ғына. Һуңынан ҡайтырға йәки срокһыҙ хеҙмәткә ҡалырға мөмкин. Бер йылда рядовой 4 120 000 һум аҡса эшләй, ә дошмандың техникаһын юҡ иткән өсөн 25 меңдән 1 миллион һумға тиклем премия ала. Икенсе. Уҡыу өс айға тиклем дауам итә һәм яугир дәүләт өлгөһөндәге документ ала. Гражданкала документһыҙ етди пилотһыҙ осоусы аппаратты ышанып тапшырмаясаҡтар , ә уның менән белгестәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, медицина, ауыл хужалығы һәм логистика өсөн ҡиммәтле кадрҙар булып китә. Өсөнсө. Операторҙар бөгөн тиҫтәләрсә саҡрым алыҫлыҡта эшләйҙәр. Улар маҡсатты күрә һәм уны юғары теүәллек менән юҡ итә. Был туранан-тура ут аҫтында булыуҙан хәүефһеҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк. Маҡсаттарҙы юҡ итеү эш хаҡына инә - яугирҙар ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймай, лайыҡлы аҡса ала. Дүртенсе. Бер йыл хеҙмәт иткән өсөн яугир хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын, дәүләт наградаларын, ә улар менән бергә - бөтә федераль һәм республика льготаларын ала. Был теләһә ниндәй юғары уҡыу йортона конкурстан тыш инеү, эшкә урынлашыу өсөн ярҙам. Бишенсе. Даими 15 көнлөк ялдар Белорет районы хәрби комиссариатында (Белорет ҡалаһы, Б.Хмельницкий урамы, 3а) тулы мәғлүмәт һәм яҙыла алаһығыҙ. Белешмәләр өсөн телефондар: 8-800-550-10-30, +7 (995) 944-71-84, 8 (34792) 3-41-02.