Ашығыс хәбәр һәм оператив мәғлүмәтте ҡайҙан һәм нисек алырға? Башҡортостан Республикаһы...
Ашығыс хәбәр һәм оператив мәғлүмәтте ҡайҙан һәм нисек алырға? Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата. Мобиль ҡушымталар – телефонығыҙға ҡуйығыҙ һәм белдереүҙәрҙе тоҡандырығыҙ: ❶ "112 – Экстренная помощь". Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының рәсми ҡушымтаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр, шул иҫәптән БПЛА һөжүме һәм ракета хәүефе тураһында ла хәбәр итә. RuStore (vk.cc/cLHqsQ) ярҙамында ҡуйып алығыҙ йәки App Store (vk.cc/clpboB). ❷ "МЧС России". Унда яңылыҡтар, ашығыс белдереүҙәр һәм хәүеф янағанда үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге тураһында кәңәштәр бар. Шулай уҡ ракета һәм БПЛА һөжүме янауы тураһында хәбәр итә. RuStore (vk.cc/cxKGEG) ярҙамында ҡуйып алығыҙ йәки App Store (vk.cc/bVKBEb). МАКС мессенджеры – ышаныслы каналдарға ҡушылығыҙ: Госкомитет Республики Башкортостан по чрезвычайным ситуациям: vk.cc/cYS3He Председатель Госкомитета по ЧС Республики Башкортостан Кирилл Первов: : vk.cc/cYS3ET РСЧС Республики Башкортостан: vk.cc/cYS3CB Иғтибар итегеҙ, МАКС-тағы рәсми аккаунттар интернетҡа инеү сикләнгән осраҡта ла эшләй. Пилотһыҙ һәм ракета хәүефе тураһында СМС-хәбәр автоматик рәүештә килә. Тик телефонығыҙҙа система белдереүҙәрен тоҡандырырға онотмағыҙ. Шулай уҡ ҡарағыҙ: БПЛА һөжүме ваҡытында нимә һәм ни өсөн эшләргә ярамай #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан