Бик тәмле ҡайнатма РЕЦЕПТЫ
Бик тәмле ҡайнатма РЕЦЕПТЫ 🍓 1 кг баҡса еләге, 🍚 1,5 кг шәкәр ҡомо кәрәк булыр. Еләктәрҙе таҙартҡандан һуң һалҡын һыуҙа йыуып алығыҙ. Өҫтөнә шәкәр һалып, бүлмә температураһында бер нисә сәғәт, ҡапланған килеш, тотоғоҙ. Еләктең һуты сыҡҡас, ҡайнатып сығарығыҙ. Өҫтәндәге күбекте лә йыйырға онотмағыҙ. Утты кәметеп, ҡайнатманың 10-15 минут һыуынғанын көтөргә кәрәк. Тағы ике тапкыр ҡайнатып сығарып, күбекте йыйырға һәм стерилләнгән банкыларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябып куйығыҙ.