Белоретта йәшәгән ҡатын 500 мең һум аҡсаһынан мәхрүм ҡалған. Ҡатын мессенджерҙа домофон...
Белоретта йәшәгән ҡатын 500 мең һум аҡсаһынан мәхрүм ҡалған. Ҡатын мессенджерҙа домофонды алмаштырыу тураһында хәбәр ала һәм телефонына мутлашыусының номерын өҫтәй. Чатта аралашыу ваҡытында уға асҡыс алыурға ғариза биреү өсөн номер тәҡдим ителә. Унан һуң мутлашыусылар Дәүләт хеҙмәттәре логины менән скриншот ебәрә һәм паролде ҡатын ебәргән 6 һанлы номерға алмаштыра. Тиҙҙән уның исеменә кредиттар рәсмиләштерелеүе һәм Дәүләт хеҙмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында хәбәр килә. Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/r-smi-b-lek/2026-06-17/500-me-um-a-sa-yn-yu-alt-an-4722496