🧄 Һарымһаҡ уҡтарын өҙҙөгөҙме әле?
🧄 Һарымһаҡ уҡтарын өҙҙөгөҙме әле? Һарымһаҡ эре булһын тиһәгеҙ, уҡтарын өҙөргә онотмағыҙ. Ваҡытында өҙмәһәң, ул бөтә көсөн уҡтарына ебәрә. Ә өҙөп алған уғын ташларға ашыҡмағыҙ ✅ Уны маринадлап, туңдырып та ҡуйырға була. ✅Ит үткәргестән сығарып, тәменсә тоҙ, көнбағыш майы ҡушып, паста ла әҙерләргә мөмкин.
130 просмотров