Йорт – йәшәгән урын ғына түгел, унда беҙҙе яраталар һәм көтөп алалар. Был беҙҙең ҡәлғә,...
Йорт – йәшәгән урын ғына түгел, унда беҙҙе яраталар һәм көтөп алалар. Был беҙҙең ҡәлғә, беҙҙең һыйыныр урын. Ә йортто яҡтылыҡ һәм йылылыҡ менән нимә тултыра? Ғаилә, әлбиттә. Тап ул - бөтә башланғыстарҙың башы. Был иң ҙур ҡиммәт һәм иң ышаныслы таяныс. Бөгөн ҡала Мәҙәниәт һарайында үткән байрам тантанаһына йоҡоһоҙ төндәр, аҡыллы кәңәштәр, иман һәм сикһеҙ һөйөү өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә, илле һәм унан күберәк йылдар татыу ғүмер кисергән матур, ихтирамлы, хөрмәтле ғаилә парҙары саҡырылды. Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов юбиляр парҙарҙы ҡотлап, именлек, сәләмәтлек теләне, Рәмзиә һәм Ғәли Динисламовтарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы. Шулай уҡ Валентина һәм Сергей Орловтар, Любовь һәм Михаил Дмитриевтар, Гөлниса һәм Нәғим Муллағәләмовтар, Надежда һәм Александр Русскихтар, Зилә һәм Баймөхәмәт Сәфәрғәлиндар, Любовь һәм Иван Лисовскийҙар, Асия һәм Салауат Ғатауллиндар, Валентина һәм Николай Якименколар, Флүрә һәм Әбүдәр Сафиндар, Галина һәм Станислав Артамоновтар, Галина һәм Анатолий Гнедковтар, Флүрә һәм Ирғәле Байегетовтар, Тамара һәм Виктор Дамбровскийҙар, Әлиә һәм Нәзиб Шәриповтар, Надежда һәм Илья Емельяновтар, Валентина һәм Александр Байковтар, Наталья һәм Михаил Загрековтар, Галина һәм Сергей Бобровтар, Рәйлә һәм Миңлеғәзим Хазиевтар республика Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Район-ҡалабыҙҙың был татыу, өлгөлө парҙары һәр береһе маҡтауға һәм ихтирамға лайыҡ.