📦Берҙәмлектә - көс: гуманитар йөктәр алғы һыҙыҡҡа юлланды — 19 июля 2026 г. в 10:11:22.667
📦Берҙәмлектә - көс: гуманитар йөктәр алғы һыҙыҡҡа юлланды Сираттағы ярҙам Туймазы, Асҡын, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Белорет һәм Дәүләкән райондарында, шулай уҡ Өфөлә йыйылды. Хәрбиҙәргә автомобилдәр, квадроцикл, төҙөлөш материалдары һәм ҡоралдары, генераторҙар, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары, маскировка селтәрҙәре, блиндаж шәмдәре тапшырылды. Белорет районынан эшҡыуар Елена Тургенева Махсус хәрби операцияла улын юғалтҡан. Әле яугирҙәргә әүҙем ярҙам итә. Елена даими рәүештә фронтҡа өй шарттарында әҙерләнгән ашамлыҡтар ебәрә. 🤝Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә: урман үләндәре йыя, маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре яһай, техника һәм кәрәкле әйберҙәр тапшыра. Был изге эш республиканың меңләгән кешеһен берләштергән даими ярҙамға әүерелде.