⛽ Башҡортостанда яғыулыҡ менән бәйле хәл яйлап тотороҡлана, автобустар график буйынса й...
⛽ Башҡортостанда яғыулыҡ менән бәйле хәл яйлап тотороҡлана, автобустар график буйынса йөрөүен дауам итә. Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән брифингта хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә АЗС-тарҙа сират кәмегән. Хәҙер өҫтәмә яғыулыҡ күләмдәре райондарға йүнәлтелә. Иглин районында яғыулыҡ алыу өсөн 3–4 сәғәт көтөргә тура килә. Был хәл көн һайын күҙәтелә. Балтас районында яғыулыҡтың бөтә төрҙәре лә бар, Белорет районында дизель яғыулығы килеүе көтөлә. Өҫтәмә яғыулыҡ шулай уҡ Стәрлетамаҡҡа йүнәлтелә. Сибайҙағы хәл контролдә тотола.