Сауҙа хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте П...
Сауҙа хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау һәм прогнозлау секторы мөдире Лилиә Кирсанова ла бар. Лиләи Рәйес ҡыҙы "Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булды.