Гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам иткәндәргә ҙур рәхмәт тибеҙ. Бындай ярҙамды күргәс, һүҙҙе...
Гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам иткәндәргә ҙур рәхмәт тибеҙ. Бындай ярҙамды күргәс, һүҙҙең артыҡ икәнлеген аңлайһың. Халҡыбыҙ һүҙе менән түгел, ә ысын эштәре, ярҙамы менән көслө. Инйәр янғын һүндереү часының янғын һүндереүселәренә айырым рәхмәт. Һеҙҙең трицикл – урынлы ҡотҡарыу техникаһы. Насар фронт юлдарында ул теләһә ниндәй урындан үтәсәк, әммә техниканың төп өҫтөнлөгө — һауанан да, ерҙән дә күренмәйәсәк. Ә был йөк ташыуҙа һаҡланып ҡалған кеше ғүмере. “УАЗ” тапшырған Илдар Закировҡа ҙур рәхмәт. Машина алғы һыҙыҡҡа йүнәлеш тотасаҡ һәм шунда уҡ хәрби сафҡа баҫасаҡ. Башҡаларҙың хәлен аңлай белгән, ситтә ҡалмаған һәр кемгә рәхмәт. Беҙ бер уртаҡ эш башҡарабыҙ, беҙ бергә һәм тап ошонда төп көсөбөҙ. Артабан да эшләйбеҙ! Сығанаҡ: Азат Хәкимов.