БӨГӨН - ҠУРАЙ ЕЛӘГЕНӘН БӘЛЕШ КӨНӨ
БӨГӨН - ҠУРАЙ ЕЛӘГЕНӘН БӘЛЕШ КӨНӨ Ял көндәрендә һәм байрамдарҙа ғаилә менән бешерерлек хуш еҫле еләк бәлеше. Эслеге күп, ҡамыры аҙ - гастрономик бәхет өсөн тағы нимә кәрәк?! Тәмле, хуш еҫле үлән сәйе генә инде... Ҡурай еләгенән (әберсә, ағас еләге) тәмле бәлеш Ҡамыры өсөн: 250 мл һөт, 20 гр сүпрә, 3 аш ҡалағы шәкәр, 100 гр аҡ май, 1 йомортҡа, 1 ҡап ванилле шәкәр, семтем тоҙ һәм 500-600 гр он кәрәк буласаҡ. Эслегенә 1 кг ҡурай еләге, 200 гр шәкәр, 100 мл һыу, 3 аш ҡалағы лимон һуты, 4 аш ҡалағы картуф крахмалы + 4 аш ҡалағы һыу алығыҙ. Тәүҙә бәлештең эслеген әҙерләп алырға кәрәк, сөнки ул һыуынып өлгөрөргә тейеш. Һауытҡа ҡурай еләген һалып, шәкәр һибергә, һыу, лимон һуты ҡойорға кәрәк, ҡайнағансы (уртаса ут) һәм шәкәр тулыһынса ирегәнсе даими болғатып тороғоҙ. 4 аш ҡалағы крахмалды һалҡын һыу менән ҡушып, еләкле һауытҡа (болғатығыҙ) ҡойоғоҙ, эслек ҡуйырғансы талғын утта тотоғоҙ. Эслек һыуынған арала ҡамыр баҫығыҙ. Йылымыс һөткә сүпрә, шәкәр ҡушып болғатығыҙ. Ә онға тоҙ, ванилле шәкәр ҡушығыҙ. Һуңынан май, йомортҡа, сүпрәле һөт өҫтәп, ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы 45-60 минутҡа йылы урынға алып тороғоҙ. Күтәрелгән ҡамырҙы ҡул менән баҫырғандан һуң тағы ла бер сәғәттәй ял иттереп алығыҙ. Ике өлөшкә бүлеп, бер өлөшөн майланған формаға йәйеп, эслек һалығыҙ. Икенсе өлөшөн йәйеп кенә лә, шулай уҡ селтәрләп һалырға ла мөмкин. Бәлеште ҡаплап, 30-40 минутҡа ҡалдырып тороғоҙ. Бәлештең өҫтөн йомортҡа һарыһы менән һөртөп, 30-40 минут бешерегеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!