Ольга Михайловна - башҡорт ҡатыны. Һәм был раҫлау уйҙырма һиҙемләүгә ҡоролмаған, был - ...
Ольга Михайловна - башҡорт ҡатыны. Һәм был раҫлау уйҙырма һиҙемләүгә ҡоролмаған, был - ысынбарлыҡ. Мин ғәжәп ҡылып: - Улайһа, ни өсөн һеҙҙе Ольга Михайловна тиҙәр һуң? - тип һорайым. Ул былай тип яуаплай: - Атайым - урыҫ, әсәйем башҡорт минең. Атайым мине яратҡан һеңлеһе хөрмәтенә Ольга тип атаған. Миңә әсәйем яғынан өләсәйемдең йоғонтоһо ҙур булды. Башҡорт йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре солғанышында үҫкәнгәлерме, үҙемде башҡорт итеп тоям. Башҡорт мәҙәниәтен бик яратам... Тулыраҡ: https://ural-rb.ru/articles/zamandash/2026-08-14/aratabandar-ara-y-y-y-olga-4782233