Тирлән ауылы халҡы, урындағы эшҡыуарҙар менән берлектә, махсус хәрби операцияла ҡатнашы...
Тирлән ауылы халҡы, урындағы эшҡыуарҙар менән берлектә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтары өсөн гуманитар ярҙам йыйҙы. “Барыһына ла ҙур рәхмәт. Айырыуса ағас материалдар менән ярҙам иткән эшҡыуарҙарға: Виктор Глазов, Борис Зайцев, Вадим Усманов, Геннадий Разумнов, Сергей һәм Николай Швендәргә сикһеҙ рәхмәт. Ауыл мәҙәниәт йортона аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡтар алып килгән О. Скребковаға, Л. Болонинаға, Полуэктовтар ғаиләһенә, Буранбаеваға, Е. Черноваға, Т. Повираеваға, Л. Хаустоваға, Т. Николаеваға, К. Благовҡа, Хәкимовтар ғаиләһенә, Ю. Пилясовҡа, Н. Локатецкаяға ҙур рәхмәт. Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар Тарасов һәм Юля Эмандың икмәк бешереү цехтарына рәхмәт. Л. Бабенко балалар баҡсаһы исеменән «ҡоро душ» алып килде. Ауыл хакимиәте башлығы Ирина Валерьевнаға, мәҙәниәт йортоноң бөтә коллективына - ойоштороу, йыйыу һәм төрөү эштәре өсөн ҙур рәхмәт”, - ти Тирлән ауылы әүҙемдәре. Ярҙамды ҡабул иткән яугирҙарыбыҙҙың юлдары, хеҙмәттәре уң булһын. Беҙ бергә булғанда ғына көслөбөҙ. Еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта буласаҡ!