Геология континенттарҙы берләштерә. "Патриот" лагерында IV "ГеоСаҡырыу" халыҡ-ара геоло...
Геология континенттарҙы берләштерә. "Патриот" лагерында IV "ГеоСаҡырыу" халыҡ-ара геология чемпионатына старт бирелде. Бында Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәгенән һәм сит илдәрҙән, Ҡытайҙан алып Алжирға тиклем, буласаҡ белгестәр йыйылды. Беренсе көн камера дисциплиналарына арналған: ҡатнашыусылар минералдар, петрография һәм нефть-газ эше донъяһына сумған. Алда ике аҙналыҡ көсөргәнешле көрәш һәм ярышҡа әҙер булған 300 буласаҡ белгес.