Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Поляков профилле хеҙмәттәр етәксел...
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Поляков профилле хеҙмәттәр етәкселәре менән берлектә Николаевка ауыл биләмәһе халҡы менән осрашыу үткәрҙе. Тораҡ пункты составына Верхнебельский, Черный Ключ, Мәхмут, Николаевка һәм Үрге Арша ауылдары инә һәм унда 700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Урындағы халыҡты борсоған төп мәсьәлә - 43 саҡрым оҙонлоҡтағы (Тирләндән Үрге Аршаға тиклем) грунт-ваҡланған таш юлының торошо. Район хакимиәте был объектты контролдә тота. Һуңғы өс йылда юлды норматив торошта тотоу буйынса эштәр алып барыла. Ағымдағы йылдың сентябрь аҙағынан инерт материалдар өҫтәп, иң туҙған участкаларҙы төҙөкләндереү планлаштырыла. Ҡышҡы осорҙа ауылдар эсендәге юлдар ауыл биләмәһе көсө менән төҙөкләндерә. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы арҡаһында трактор һатып алынған, техника ҡарҙы таҙартыу өсөн яҡшы ярҙам булып тора. Кадрҙар мәсьәләһе лә киҫкен тора, урам яҡтыртҡыстарын ремонтлау өсөн эшселәр етешмәй. Эштәрҙе "Үҫеш идаралығы" көсө менән башҡарыу тураһында килешеүде. Ҡалған һорауҙар ҙа контролдә тотола һәм профилле белгестәр тарафынан ентекле эшкәртеләсәк. Халыҡ менән эш даими режимда дауам итә.