"Еңеү беҙҙә буласаҡ! Барыбер еңәсәкбеҙ!"
"Еңеү беҙҙә буласаҡ! Барыбер еңәсәкбеҙ!" Ҡағынан майор Алексей Засов - гаубица батареяһы командиры. "Леший" позывнойлы хәрби тыныс ҡына һөйләй, әммә һәр һүҙенең артында тиҫтәләгән дошманға теүәл һөжүм һәм ҙур яуаплылыҡ ята. Ул 2022 йылдан алып һуғыша, ә хәҙер уның 122-мм һәм 152-мм гаубицалар батареяһы Сергеевск йүнәлешендә мотоуҡсыларға ярҙам итә. Иңендә - Екатеринбург артиллерия училищеһы һәм Алыҫ Көнсығыштағы хеҙмәте. Өйҙә ата-әсәһе, апайы, туғандары, дуҫтары көтә. "Леший" уларға сәләм тапшырып, Еңеү менән ҡайтырға вәғәҙә итә. Яугирҙың күкрәген Авдеевканы алған өсөн - "Батырлыҡ өсөн" , Селидов эргәһендәге алыштар өсөн Суворов,генерал Шайморатов ордены, "Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн" миҙалдары һәм башҡа ведомство наградалары биҙәй. "Контузия һәм етди йәрәхәттәр юҡ" ти ул. Әммә был еңел булды тигәнде аңлатмай. Артиллеристар - пехотаның күҙе һәм ҡулы, уларҙың эше - Рәсәй һалдаттары ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу өсөн теүәл атыу. Сығанаҡ: Башҡорт батальоны