Көн ваҡиғалары...
Көн ваҡиғалары... ✔️Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмә үтә. Ул 15:00 сәғәттә башлана. Кәңәшмә барышын интернетта тура эфирға ҡарарға була. ✔️“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Табиптар 6 маршрут буйынса эшләй. Медицина бригадаларының эш теҙмәһе менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин. ✔️Сауҙа министрлығы белгестәре халыҡ менән аралаша. Ведомствола “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылды. Белгестәр финанс хеҙмәттәр менән файҙаланыусыларҙың хоҡуғын яҡлауға бәйле һорауҙарға яуап бирә. ✔️11 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан ҡала һәм ауылдарҙа түңәрәк өҫтәл, оҫталыҡ дәрестәре, флешмоб һәм китап йәрминкәһе ойошторола. ✔️Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Севильский цирюльник” операһын тәҡдим итә.