Районда төп юл яңыртыла: Үрге Әүжән менән Ҡағы араһында асфальттың икенсе ҡатламы һалына
Районда төп юл яңыртыла: Үрге Әүжән менән Ҡағы араһында асфальттың икенсе ҡатламы һалына Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Үрге Әүжән һәм Ҡағы ауылдарын тоташтырыусы трасса участкаһындағы юл эштәрен тикшерҙе. Дөйөм оҙонлоғо 5 саҡрым тәшкил иткән проект сиктәрендә подрядсы ер эштәре күләмен башҡарған да инде. Бөгөнгө көнгә юл япмаһының профиле тулыһынса тергеҙелгән, ваҡ таш һәм ҡом ҡатламы түшәлгән, асфальт-бетондың икенсе ҡатламын түшәү тамамланып килә. Объектты ағымдағы йылдың октябрь аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Төҙөлөш республика Башлығы Радий Хәбировтың туранан-тура ҡушыуы буйынса алып барыла. Урындағы халыҡ өсөн был күптән көтөлгән ваҡиға: 1996 йылдан Бельский ауылынан Үрге Әүжәнгә тиклемге участка ҡаты япмаһыҙ ҡала, был транспорт бәйләнешен етди ҡатмарлаштыра. - Белорет юл ремонтлау-төҙөкләндереү идаралығы бригадаһына һәм ойошма етәксеһе Александр Калининға һөнәри оҫталығы, ваҡытында үтәгәне өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Районыбыҙҙың юл селтәрен үҫтереүгә системалы иғтибар күрһәткәне өсөн Радий Фәрит улы һәм республика Хөкүмәтенә айырым рәхмәт, - тип билдәләне Азат Хәкимов. Юлсылар өсөн ағымдағы миҙгел байтаҡ эштәр менән иҫтә ҡалды. Үрге Әүжән — Ҡағы участкаһынан тыш, түбәндәге эштәр башҡарылды: Учалы урау юлы төҙөлдө, Өфө - Белорет трассаһының Ишле хакимиәте тирәһендәге өлөшө ремонтланды, Абҙаҡ ауылына илтеүсе юл төҙөкләндерелде. Яҡын арала Хөсәйен ауылына барған юлды ремонтлау эштәрен башлау күҙаллана.