Район командалары - Йәйге Шайморатов уйындары призерҙары иҫәбендә
Район командалары - Йәйге Шайморатов уйындары призерҙары иҫәбендә Асҡар ауылындағы «Хазина» полилингваль күп профилле гимназияһы базаһында 5-9-сы Шайморатов кластары араһында Йәйге Шайморатов уйындары үтте. Унда Урал аръяғының 11 районынан 41 команда ҡатнашты. Райондың 7 командаһы юғары әҙерлек кимәле күрһәтте: V кластар араһында Инйәрҙең 2-се мәктәбе командаһы (етәксеһе - Н. Иҙрисов) III урын, VI кластар араһында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы командаһы (етәксеһе - Д. Сәмситдинов) II урынға лайыҡ булды. Призерҙарға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Дипломдары тапшырылды. Райондың ҡалған командалары ҡатнашыусы дипломдары менән бүләкләнде: Белорет лицей-интернатының VI, IX класс, 21-се мәктәптең V "Г" класс, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының V класс, Инйәрҙең 2-се мәктәбенең VIII класс командалары.