«Айғыр» ҡала яны поездарының расписаниеһы 28 сентябрҙән үҙгәрә
«Айғыр» ҡала яны поездарының расписаниеһы 28 сентябрҙән үҙгәрә Йәйге ташыуҙарҙың тамамланыуына бәйле, «Айғыр» тау экспресының ҡала яны поездары расписаниеһына үҙгәрештәр индерелә. Ял һәм байрам көндәрендә Өфө - Инйәр - Белорет йүнәлеше буйынса һәм Белорет — Инйәр - Өфө йүнәлеше буйынса поездар йөрөүен дауам итәсәк. Эш көндәрендә был поездар расписаниенан алына. Эш көндәрендә Инйәр (сәғәт 10.12 ҡуҙғала) - Белорет (12.06 килеп етә) һәм Белорет (17.52 ҡуҙғала) - Инйәр (19.22 килеп етә) поездары тәғәйенләнә. Ваҡыт урындағы ваҡыт менән күрһәтелгән. Юлға сығыр алдынан актуаль расписаниены асыҡларға кәңәш ителә.