Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһына һайлау һөҙөмтәләренә арналған кәңәшмә уҙғарҙы.
Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһына һайлау һөҙөмтәләренә арналған кәңәшмә уҙғарҙы. Ул видео бәйләнеш тәртибендә үтте. Кәңәшмәлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡатнашты. Дмитрий Медведев һайлауҙарҙың уңышлы үтеүе тураһында белдерҙе. “Һайлау барышына ҡамасауларға теләгән дошмандарға, террор акттарына ҡарамаҫтан һайлауҙа ҡатнашҡан граждандарға рәхмәт әйтәм. Был махсус хәрби операция шарттарында уҙған тәүге федераль һайлауҙар”, - тине ул. “Республикала тауыш биреү тыныс шарттарҙа үтте”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, республика тауыш бирергә хоҡуҡлы кешеләрҙең 78 проценты һайлауҙа ҡатнашҡан. Район халҡы участкаларға әүҙем килгән. Ҡалалар араһында Күмертау, Салауат, Нефтекама, Ағиҙел юғары һөҙөмтә күрһәткән. Һайлау протоколдарын эшкәртеү дауам итә.