👮♀️ Башҡортостанда урмансы ришүәт алыуҙа тотолдо
👮♀️ Башҡортостанда урмансы ришүәт алыуҙа тотолдо Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһының «Урмансылыҡтар идаралығы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Бөрйән урмансылығы участка урмансыһының енәйәти эшмәкәрлеген асыҡланы һәм туҡтатты. Ул ришүәт биреүсе файҙаһына законһыҙ ғәмәлһеҙлек өсөн ришүәт алыуҙа шикләнелә. Именлек хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, урмансылыҡ хеҙмәткәре ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙың урман хужалығы өлкәһендәге законды боҙоуын асыҡлаған. Вазифалы кеше ришүәт алғандан һуң эшҡыуарға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протоколдар төҙөмәгән. Идаралыҡ материалдары нигеҙендә, Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк идаралығы уға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 290-сы статьяһы 3-сө өлөшө («Ришүәт алыу») буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Эшҡыуар, үҙенең ғәмәлдәренең законһыҙ икәнен аңлап, үҙ теләге менән Федераль именлек хеҙмәте идаралығына хоҡуҡ боҙоуы тураһында хәбәр иткән. Рәсәй Енәйәт кодексының 291-се статьяһы («Ришүәт биреү») иҫкәрмәһенә ярашлы, граждан, әгәр ул ришүәт биреүе тураһында енәйәт эше ҡуҙғатырға хоҡуҡлы органға үҙ теләге менән хәбәр итһә, енәйәт яуаплылығынан азат ителә.