Быйылғы йылдың 22 авгусында Съезд тарафынан ҡабул ителгән белем биреү өлкәһе "Берҙәм Рә...
Быйылғы йылдың 22 авгусында Съезд тарафынан ҡабул ителгән белем биреү өлкәһе "Берҙәм Рәсәй" яңы Халыҡ программаһының мөһим өлөштәренең береһенә әүерелде. Партия алдынғы инженерлыҡ мәктәптәре һанын ике тапҡырға арттырыуҙы, бөтә федераль округтарҙа ла һәләтле балалар өсөн 12 мәктәп асыуҙы, уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡын түләүҙә ғәҙеллекте һәм асыҡлыҡты тәьмин итәсәк, ауыл мәктәптәрен капиталь ремонтлауға һәм йыһазландырыуға айырым иғтибар бүләсәк, башланғыс класс уҡыусылары өсөн оҙайтылған көн төркөмдәренең мөмкинлеген киңәйтәсәк, мәктәп спорт залдарын капиталь ремонтлау программаһын дауам итәсәк, бәләкәй ҡалаларҙың белем биреү ойошмаларын «Ауыл уҡытыусыһы» программаһына, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар менән эшләүсе педагогтарға өҫтәмә ярҙам саралары индерәсәк. Уҡытыусы һөнәре - илебеҙҙәге иң ауыр, яуаплы һәм кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Уның бурысы - уҡыусыға киләсәктә кәрәк буласаҡ белем биреү генә түгел, ә үҙ Ватанының тарихын һәм мәҙәниәтен хөрмәт иткән, киләсәге хаҡына хеҙмәт итергә әҙер булған лайыҡлы граждан тәрбиәләү. «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексә активистары һәм Белорет компьютер мәктәбе педагогтар коллективы һорауы буйынса Роман Хазанкинға «Белорет ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелде. Уҡытыусы, «вертикаль педагогика» методик системаһы авторы, геометрик формаларҙың һәм логик һығымталарҙың матурлығын күрергә өйрәтә белгән математик Роман Григорьевич күптән инде ғорурлығыбыҙ. Уның хеҙмәттәрен сит илдәрҙә лә беләләр, ә уҡытыу системаһын Рәсәйҙең күп уҡытыусылары ҡуллана. Уҡыусылары һәм ата-әсәләре, коллегалары һәм яҙмыш уны ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла осраштырған кешеләр быны иҫбатлар ине. Роман Григорьевичтың үҙ һөнәренә — мәктәп уҡытыусыһы эшенә ҡарашы ҙур хөрмәт тыуҙыра. Киләһе йылда Роман Григорьевич 80 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк, әммә ул әле лә уҡыусылары менән онлайн-дәрестәр, йәш математика уҡытыусылары менән конференциялар үткәрә һәм элеккесә уҡытыусы булып ҡала. 5 октябрҙә Рәсәйҙә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы — Уҡытыусылар көнө билдәләнде. Бөтә уҡытыусыларҙы һәм был һөнәргә ҡағылышы булған кешеләрҙе ҡотлап, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ теләргә теләйбеҙ. #ЕРБелорецкийРайон # ЕдинаяРоссия #ДеньУчителя