Инйәр ауыл хакимиәте проекты «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһының өсөнсө миҙ...
Инйәр ауыл хакимиәте проекты «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһының өсөнсө миҙгеле йомғаҡтары буйынса иң яҡшылар иҫәбенә инде. Белореттар «Территорияны үҫтереү - халыҡтың именлеге» номинацияһында ҡатнашты. Улар «Юлдағы уңайлылыҡ — хәстәрлек саты» тип аталған идара итеү ҡарарын тәҡдим итте. Улар юл буйы сервисын үҫтереү һәм шуның менән ҡунаҡтар өсөн генә түгел, ә бөтә Инйәр халҡы өсөн уңайлы мөхит булдырыу тураһында ҡарары таныштырҙы. Төп иғтибар биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше факторы булараҡ, юл буйы сервисы проблемаларын хәл итеүгә, инфраструктураны яҡшыртыуға, хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә һәм юлдан файҙаланыусыларҙың барыһы өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Инйәр республиканың туристик «йөрәгенә» илткән Өфө - Белорет трассаһында урынлашҡан. Белорет районынан быйыл премияға Инйәр һәм Үҙән ауыл хакимәттәре, шулай уҡ район Советы депутаты Никита Кириллов номинацияланды. Бөтәһе 61 меңдән ашыу ғариза бирелгән, шуларҙың 2,2 меңе яҡшыһы тип билдәләнгән (11 номинацияның һәр береһендә 200-шәр). Башҡортостандан 54 проект ҡатнашты. Тормошҡа ашырылған башланғыстарҙың авторҙарын Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев рәхмәт хаттары менән бүләкләне.