Дәүләт башлығының указы менән «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» исеменә Башҡорт дәүлә...
Дәүләт башлығының указы менән «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» исеменә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артист-вокалисы Асҡар Абдразаҡов лайыҡ булды. Ошо уҡ указ менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре» исеме Ишембай районындағы Йәнырыҫ ауыл биләмәһе башлығы Миниәр Маннановҡа бирелде. 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән Рәсәй телевизион радиотапшырыуҙар селтәренең Белорет филиалы цехы начальнигы Евгений Ефремов наградалана.