🥐🍞БӨГӨН - ХАЛЫҠ-АРА ИКМӘК КӨНӨ
🥐🍞БӨГӨН - ХАЛЫҠ-АРА ИКМӘК КӨНӨ Бәләкәй саҡта әсәйҙәр икмәккә ябай кибеткә түгел, ә ысын ауыл икмәкханаһына ебәрә торғайны. Алдан килеп эҫе мейестең, әсе ҡамырҙың һәм ҡайын утынының иҫерткес еҫен һулап, Нәзирә һәм Нәзифә апайҙарҙың хуш еҫле икмәкте мейестән алғанын түҙемһеҙлек менән көтөп ултыра торғайныҡ. Бына икмәк бешереүселәр киң ҡулайлы ағас көрәк менән мейестән бер-бер артлы икмәк формаларын сығарып, оҫталыҡ менән ағас һикеләргә бушата. Өйҙәгеләр биргән аҡсаны апайҙарға һоноп, көтөп алған бер нисә эҫе икмәкте сеткаға һалаһың... Өйгә еткәнсе түҙмәй инек. Ҡалған аҡсаны йомарлап тотоп, бәләкәй ҡулдарҙы һәм ирендәрҙе бешерә-бешерә, юл буйында уҡ ашай башлай торғайныҡ. Шуҡтары, ҡайтып еткәнсе ашарға тип, бер буханканы өҫтәп тә һатып ала ине. Икмәктең осон - ҡыртышын ғына һындырып алабыҙ. Ул саҡта донъяла йомшаҡ икмәктән дә тәмлерәк ризыҡ юҡ ине. Шул ваҡыттан бирле күп йылдар үтте. Ә икмәкханаға йөрөүҙәр йылы, матур иҫтәлек кенә булып ҡалды. Ә шулай ҙа тап ошо онотолоп барған хуш еҫле тәмле икмәкте Егәҙелә таптыҡ. Бында ҙур, һылап-аҡланған, утын менән яғылған мейестә әле лә бала саҡ икмәген бешерәләр. https://ural-rb.ru/articles/zamandash/2026-10-16/yylyly-r-telemd-4846210