Башҡортостанда айыу һәм ҡабан сусҡаларына һунар рөхсәт ителде
Башҡортостанда айыу һәм ҡабан сусҡаларына һунар рөхсәт ителде Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының хайуандар һанын көйләү тураһында күрһәтмәһе бар. Краснокама районында 14 ноябргә тиклем бер өлкән һоро айыуҙы ауларға мөмкин. Ҡалтасы һәм Белорет райондарында ла ошондай берешәр йыртҡысҡа һунарға рөхсәт бирелә. Мәләүез районында өс һоро айыу һәм өс ҡабан сусҡаһы ауларға була.