Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһындағы 9-сы мәктәп уҡыусыларына сираттағ...
Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһындағы 9-сы мәктәп уҡыусыларына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды. Изге эште 21-се мәктәптең педагогтары, уҡыусылары һәм ата-әсәләр берләшеп ойошторҙо: эш дәфтәрҙәре, уҡыу әсбаптары, канцелярия, татлы бүләктәр һәм йылы теләктәр яҙылған хаттар йыйылды. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Бындай дуҫлыҡ һәм ярҙам балаларыбыҙҙа шәфҡәтлелек, ихласлыҡ һәм илһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләй. Сығанаҡ: Азат Хакимов.