Таныш булығыҙ, «Фиксик» позывнойлы яугир. Уның үтелгән юлы - завод станогынан Башҡортос...
Таныш булығыҙ, «Фиксик» позывнойлы яугир. Уның үтелгән юлы - завод станогынан Башҡортостаныбыҙҙың күген һаҡлауға тиклем. Яугир Белоретта тыуған. Мәктәптән һуң, башҡалар кеүек үк, армияға киткән. Хеҙмәте һауа һөжүменә ҡаршы оборона (ПВО) ғәскәрҙәрендә үткән. Тап шунда ул бөгөнгө ауыр эшендә ярҙам иткән ҡиммәтле тәжрибә туплаған. «Фиксик», гражданкаға ҡайтҡас, «Уфапром» йәмғиәтендә сым һуҙыусы булып эшләй башлаған. Тормошо ла үҙ ағымы менән барған: өй, эш, тотороҡлолоҡ. Әммә дуҫы мобиль ут төркөмөнә инергә ҡарар иткәс, барыһы ла үҙгәргән. «Фиксик» ситтә ҡала алмаған. Иптәшенең өлгөһө һәм бурыс тойғоһо уны “БАРС” сафына алып килгән. Ул контракт төҙөгән, уҡыу һәм әҙерлек үткән. Яугир әйтеүенсә, армияла алған күнекмәләр бик тә кәрәк булып сыҡҡан. Хәҙер ул хеҙмәттәштәре менән бергә иң мөһим эш - республикабыҙ күген һаҡлай. Әле «Фиксик» ваҡытлы ялда. Әммә ул ҡәтғи ҡарарға килгән: ял тамамланыу менән, ул яуҙаштары янына кире ҡайтасаҡ. «Унда минең егеттәр, унда минең эшем», — ти ул. “БАРС-БАШҠОРТОСТАН” отрядына инер өсөн Белорет ҡалаһы, Б. Хмельницкий урамы, 3а адресы буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Телефондар: 8(34792) 3-24-90, 3-41-02. Сығанаҡ: Азат Хәкимов.