Белорет металлургия комбинаты предприятиеның төп цехтарының береһе - "Прокат станы 150...
Белорет металлургия комбинаты предприятиеның төп цехтарының береһе - "Прокат станы 150" ҡорамалдарын капиталь ремонтлауҙы тамамлай. "Прокат стан"ында диаметры 5,5-тән алып 13,5 миллиметрға тиклем булған 100-ҙән ашыу ҡорос маркаһынан катанка етештерелә. Капиталь ремонтҡа ярашлы комбинаттың һәм «Мечел» төркөмөнөң башҡа предприятиеларының 300-ҙән ашыу белгесе цех механизмдарын ревизияланы, туҙған деталдәрҙе алмаштырҙы, энергетика ҡорамалдарын, контролдә тотоусы-үлсәүсе приборҙарҙы һәм автоматиканы, торба үткәргестәрҙе тикшерҙе һәм ремонтланы. Тағы ла мейесте яңыртты, пластинкалы транспортерҙы тергеҙҙе. - Прокат стан"ы - ул комбинатта метиздар етештереү технологик сылбырының башы. Сифатлы һәм ваҡытында үткәрелгән капиталь ремонт тотороҡло эшләүен тәьмин итә», - тип билдәләне предприятиеның генераль директоры Алексей Толстиков.