"Ватанды һаҡлаусылар" фондында махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағза...
"Ватанды һаҡлаусылар" фондында махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары бушлай психологик ярҙам ала ала. Психологҡа барыу - һәр кемдең шәхси эше. Әммә ваҡытында белгескә мөрәжәғәт итһәгеҙ, ғәҙәти, тыныс тормошҡа тиҙерәк ҡайта алырһығыҙ. Фондтың Башҡортостандағы филиалы белгестәре һәләк булған хәрбиҙең әсәһенә ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙың туғандары уның элек булған урындарын танымауын, электр приборҙарын һүндереүҙе онота башлауын күрә. Асыҡланыуынса, хәтерҙәге проблемалар стресс һәм ҡайғы арҡаһында башланған. Диагностик әңгәмәнән һуң ҡатын невролог һәм психотерапевт тарафынан тикшерелә һәм уға дауалау тәғәйенләнә. Психолог уға ғәйеп тойғоһонан ҡотолорға ярҙам итә һәм хәлен тотороҡландырыу өсөн техника, ә туғандарына ярҙамсыл аралашыу принциптарын өйрәтә. Хәҙер ҡатындың когнитив функциялары тергеҙелгән, шуға күрә уны оҙайлы психологик ярҙам төркөмөнә күсергәндәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бушлай психологик ярҙам алыу өсөн үҙ ҡалағыҙҙағы йәки районығыҙҙағы "Ватанды һаҡлаусылар" фондының социаль координаторына мөрәжәғәт итергә кәрәк.