2026 йылдың 10 октябренән республикабыҙҙа Ҡурай көнө билдәләнә башланы. Ошо уңайҙан гим...
2026 йылдың 10 октябренән республикабыҙҙа Ҡурай көнө билдәләнә башланы. Ошо уңайҙан гимназиябыҙҙың 7а класында Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө ҡалаһы мәҙәниәт йортоноң «Мирас» йыр һәм бейеү ансамбле мультинструменталисы, йыраусы Мирас Үҙәнбаев менән осрашыу ойошторолдо. Ул ҡурайҙа, думбырала уйнаны, өзләп күрһәтте, йырҙарҙың тарихын һөйләп үтте. Уҡыусылар ҙа ҡунаҡҡа үҙ һөнәрҙәрен күрһәттеләр: ҡыҙҙар ҡурай тураһында шиғыр һөйләһәләр, Самир Латыпов ҡурайҙа уйнаны, халыҡ йырын башҡарҙы. Ошондай саралар, оҫталыҡ дәрестәре тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй, үҫмерҙәрҙең милли үҙаңын үҫтерә, ғорурлыҡ хистәрен арттыра. #беренселәр #ДеньКурая #БРГИ1имениРамиГарипова #урокмелодиикурая