Октябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә Атайҙар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан барлыҡ ғаилә башлыҡтарын – атайҙарҙы байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ! Халыҡта “Атайлы бала – арҡалы” тигән бик аҡыллы мәҡәл бар. Һәр балаға атайҙарына арҡаланып, иркәләнеп йәшәргә насип булһын. Ә атайҙарға балаларығыҙға ныҡлы терәк, үрнәк булып, уларҙың изгелеген күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Гимназиябыҙҙың 5 А класы уҡыусылары ла " Атай менән бергә" бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла һәм байрам менән ҡотлай! Атайлы булып үҫһен балалар, Тыныс булһын донъялар!! #брги1 #беренсе #БРГИ1имениРамиГарипова #АтайҙарКөнө