Башҡорт халҡының матур йола һәм байрамдары менән балаларҙы таныштырыу, киләсәк быуындар... — 24 июня 2026 г. в 11:11:24.303
Башҡорт халҡының матур йола һәм байрамдары менән балаларҙы таныштырыу, киләсәк быуындарға еткереү, һаҡлап ҡалыу маҡсатында беҙҙең балалар баҡсаһында «Кәкүк сәйе» байрамы ойошторолдо. «Хазина» исемен йөрөткән ҡалабыҙҙың ағинәйҙәр менән берлектә үткәрелгән был матур сара бәләкәстәрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Сара Оло инәйҙең килгән ҡунаҡтарҙы һәм балаларҙы сәләмләп, уларҙы байрамға саҡырыуҙан башланып китте. Артабан Оло инәй «Кәкүк сәйе» йолаһының ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы хаҡында һөйләне. Байрамға Кәкүк апай ҙа килеп етте. Ул үҙенең матур бейеүен бүләк итте ҡунаҡтарға. Байрам балалар менән йырҙар йырлап, бейеп, уйындар уйнап, йомаҡтар ҡойоп дауам итте. Айырыуса өлкән төркөм балалары Фәритова Азалия, Мөхәмәтйәнова Илина һәм Кинйәбулатова Айлинаның башҡорт телендә йәй, ҡоштар тураһындағы шиғыр һөйләүҙәрен, Абдуллина Маринаның башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыуын бик ихлас ҡаршы алып, көслө алҡыштарға күмделәр. Күмәкләшеп «Аҡ тирәк», «Йәшерәм яулыҡ» халыҡ уйындарын уйнау байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Балалар ағинәйҙәр менән берлектә киләсәгебеҙ тыныс, донъялар имен булһын, барыбыҙҙа һау булайыҡ тип матур теләктәр теләп ағас төбөнә ҡоштарға ашамлыҡтар, һөт, ҡатыҡ ҡалдырҙылар. Бына шундай күңелле лә, фәһемле лә байрам үтте беҙҙең балалар баҡсаһында.

