Бөтә донъя журналистары иғтибары әле "дипломатик армрестлинг"ҡа йүнәлтелгән. Си Цзиньпи... — 14 мая 2026 г. в 17:00:54.042
Бөтә донъя журналистары иғтибары әле "дипломатик армрестлинг"ҡа йүнәлтелгән. Си Цзиньпин һәм Трамп ҡул биреше менән Путиндың ҡул ҡыҫышҡанын ҡарағыҙ. Трамптың ҡулды ҡыҫҡас үҙенә ҡапыл тартыуын һәм "атайҙарса" яурынға һуғыуына иғтибар итә журналистар. Ике лидер ҙа Америка башлығының "силовой приемына" бирешмәй😁 Журналистика бүлегендә уҡығанда кинетика буйынса курс үткәйнек. Ул психологияның бер бүлеге, тиергә мөмкин. Кешеләрҙең хәрәкәтен, ым-ишара, күҙ ҡарашы һәм интонация аша йәшерен мәғәнә һалыуын өйрәнә. Маршрут автобусында пассажирҙарҙың ҡылыҡ-фиғелен күҙәтеп, аңлатып "зачет" биргәнем иҫемдә. Әңгәмәсенең күҙ-ҡарашы, үҙ-үҙен тотошо ла һүҙҙәрҙән күберәк һөйләй ҡайһы ваҡытта

