Айыу аулаған һунарсыларға - 50 мең, бүрегә - 30 мең, ә төлкө аулаусыларға 3 мең премия....
Айыу аулаған һунарсыларға - 50 мең, бүрегә - 30 мең, ә төлкө аулаусыларға 3 мең премия. Башҡортостанда йыртҡыс йәнлектәргә һунар итеүселәргә премия түләү тәртибе раҫланды. Бығаса район хакимиәттәре төлкө аулағандарға үҙҙәре 1 мең түләй ине. Был сара һуңғы йылдарҙа йыртҡыстарҙың һаны артыуға бәйле ҡабул ителде. Ауылдарға килеп малға, йә кешегә йыртҡыс һөжүм итеү осрағы булһа, айырым бойороҡ төҙөлөп, һунарға рөхсәт бирелә. Әйткәндәй, бындай бойороҡ менән быйыл беренсе тапҡыр ҡондоҙҙарға һунар итеү рөхсәт ителгән. Баҡһаң, республикала уларҙың да һаны артҡан. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев менән әңгәмәне 4 июнь 17.45 ҡарағыҙ, БСТ📺