Мин бөгөн эфирға олатайым Исхаҡов Ғилман Низаметдин улы менән сыҡтым. 1924 йылғы олатай... — 9 мая 2026 г. в 17:34:21.515
Мин бөгөн эфирға олатайым Исхаҡов Ғилман Низаметдин улы менән сыҡтым. 1924 йылғы олатайым Курск дуғаһынан иҫән сыҡҡан батырҙарҙың береһе. Еңеүҙе ул Германияла түшенә Дан ордены, Батырлыҡ өсөн миҙалы тағып ҡаршы ала. Ҡартайым яугир Алламоратов Ғибаҙулла Хисмәтулла улы тураһында беҙҙең ғаилә 85 йыл бер нимә лә белмәй. Һуғыштың тәүге көндәренән утлы ғәрәсәт өйөрмәһенә инеп юғалған билдәһеҙ һалдаттарҙың береһе ул. Еңеүсе һалдат олатайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

