🛑 Йәштәрҙең журналистикаға талпынып тормауы тәү сиратта аҡсаға(эш хаҡына) бәйле. Икенс... — 23 апреля 2026 г. в 10:53:46.852
🛑 Йәштәрҙең журналистикаға талпынып тормауы тәү сиратта аҡсаға(эш хаҡына) бәйле. Икенсе сиратта, бөгөн журналистиканан нимә талап ителгәнен аңламау. Күреп тораһығыҙ, бөгөн журналистарҙан блогерҙарҙы өҫтөнөрәк ҡуйҙылар һәм йәштәребеҙ, журналист булыуға ҡарағанда, блогер булыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Уларҙың барыһының да хыялында миллионлаған яҙылыусы, әммә бының өсөн күпме көс һалыныуын аңларға теләмәйҙәр.(Артур Дәүләтбәков, "Йәшлек" гәзите баш мөхәррире) #көнүҙәкфекер

