Һәләтһеҙ балалар булмай, ваҡытында күреп, үҫтерә белеү шарт, тине "Телеүҙәк"тең сиратта... — 8 мая 2026 г. в 08:00:06.432
Һәләтһеҙ балалар булмай, ваҡытында күреп, үҫтерә белеү шарт, тине "Телеүҙәк"тең сираттағы сығарылыш ҡунаҡтары. 7 майҙа Башҡортостан ғорурлығы булған һәләтле балалар тураһында һөйләштек. Быйыл Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призерҙар һаны 60-тан ашты. Үткән йыл иһә улар 50 бала булған. Был республикала алып барылған эҙмә-эҙлекле эштең һөҙөмтәһе. Ошо эште ойошторған педагогтар менән һөйләштек.

