«У любого самого обыкновенного человека обязательно найдется совершенно необыкновенная ... — 21 апреля 2026 г. в 12:14:18.519
«У любого самого обыкновенного человека обязательно найдется совершенно необыкновенная история» Урамда кешеләр ағымын күҙәткәнегеҙ бармы? Мәҫәлән, юл аша сыҡҡан йәйәүлеләр. Гимнастика обручы тотоп һикерә-һикерә атлаған ҡыҙын эйәрткән әсәй, затлы тоҡомло этен күтәргән ханым, ныҡ итеп ҡул болғап нимәлер тураһында һөйләшкән коллегалар, ҡолаҡсын кейеп йүгерергә сыҡҡан йәш ҡыҙ, рюкзак аҫып ҡулын кеҫәһенә тығып атлаған йәш егет, уңып бөткән супермаркет пакетын йомарлап тотҡан бабай – һәр береһе айырым яҙмыш. Сесилия Ахерндың «Сто имен» тигән китабы иҫкә төшә шул ваҡыт. Бер нисә йыл элек уҡығайным был әҫәрҙе. Әҫәр журналистар тураһында. Төп героиня Кетриндың остазы, билдәле бер журналдың баш мөхәррире ҡапыл үлеп ҡала. Баш мөхәррирҙең өҫтәлендә телефон кенәгәһе асыҡ ҡала һәм унда бер нисә кешенең исеме ҡәләм менән аҫтына һыҙып уратылған булып сыға. Кетрин остазының һуңғы эшен үҙенә ала, ошо кешеләрҙең шәхесен асыҡлап, уларҙы нимә берләштереүен асыҡларға һәм шул кешеләр тураһында материал яҙып тапшырырға тейеш. Кетрин эш башлай, списоктағы кешеләр менән таныша һәм аптырап туҡтап ҡала – был кешеләр бер ниндәй ҙә билдәлек шәхес түгел, ниндәйҙер ҙур ҡаҙаныштары ла юҡ, улар барыһы ла ябай, баш мөхәррир менән таныш та түгел, уның кемлеген дә белмәйҙәр. Кетрин йомаҡты сисер өсөн эҙләнә, тикшерә башлай, геройҙар менән нығыраҡ таныша, танышҡан һайын уларҙы нығыраҡ аса бара. Китаптың аҙағына ул остазы ҡалдырған йомаҡтың сиселешен таба. Баш мөхәррир был кешеләрҙе махсус рәүештә һайламаған, списоктағы исем-фамилиялар теҙмәһенә осраҡлы төрткән. Сөнки һәр бер кеше айырым тарих, һәр береһенең тормошо үҙе бер китап.

